1422 0

Кусей ауыл биләмәһе Советы рәйесе

С.Р.Йыһаншинаның 2016  йылға

отчет доклады                 07.02.2017 йыл

 

Хөрмәтле депутаттар, етәкселәр, саҡырылғандар!

2016 йыл кино йылы аҫтында үтте. Һәр йыл   районда үҙешмәкәр әртистәрҙең смотр-конкурсы менән башланып китә. Үткән йылда ла кинематография йылына арналған смотр-конкурсы менән башланып китте. Смотрҙа 3 ауыл да актив ҡатнашты. Районда уҙғарылған Гала-концертта ла сығыш яһаныҡ һәм беҙҙең эште “ Үҙенсәлекле һәм үҙ аллы”номинацияһында диплом менән бүләкләнеләр. 2016 йылдың һөҙөмтәләренә ҡарап беҙҙең ауыл биләмәһенә 3-сө урын бирелде.

18 сентябрь 2016 йыл Рәсәй Федерацияһы Ҡоролтайына һәм район советына депутаттар һайлауҙары үтте. Был һайлауҙарҙа биләмә һайлаусылары ҙур активлыҡ күрһәтеп үҙҙәренең гражданлыҡ бурыстарын үтәнеләр.

2016 йылың иҫтәлекле ваҡиғаларының береһе булып Ҡырғыҙыстанда Бөтә донъя төрөк халыҡтары уйындары фестивале үтеүе булды.Унда беҙҙең район командаһы Бөтә Рәсәй Федерацияһы исеменән ылаҡ уйынында ҡатнашып

4-се урынды алып кайтты. Команда составында ауылдашыбыҙ Игибаев Урал Ғиниәт улы ла барҙы һәм яҡташыбыҙға әйләнеп бөткән Яунбаев Ғәлим Шафиҡ улы ла булды.

“ Һабантуй -2016” ла Башҡортостан буйынса Баймаҡ районында ат биатлоны уйындары үтте. Биатлонда беренсе урынды Күсей ауылы исеменән Яунбаев Ғәлим яуланы, көтөүселәр ярышында 1-се урынды Игибаев Урал алды. Афарин егеттәр!

Район һабантуйында ҡаташып беҙҙең ауыл биләмәһе тирмәләрҙе биҙәү буйынса 3-сө дәрәжәле диплом менән бүләкләнде.

Былтырғы йылдың иң сағыу сараларының береһе итеп Округтар араһындағы концерттарҙы билдәләр инем. 3 ай дауамында барған концерттарҙа әллә күпме яңы таланттар асылды. Был концерттар гала концерттар менән тамамладны.

Ситтә йәшәгән ауылдыштарыбыҙ, яҡтыштарыбыҙ бөгөнгө көндә лә үткән концерттарҙы йылы һүҙ менән иҫкә алалар.

Спорт саралары ла әүҙем үтеп торҙо. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында волейбол ярыштары,йәгеҙ әле ҡыҙҙар, “күңелле старттар” уйындары бик ҡыҙыҡлы үтте. Йәштәр араһында йыл буйына волейбол ярыштары үтеп торҙо,йәйгеһен футбол буйынса Әбйәлил районынан, Сибай ҡалаһынан, Баймаҡ районы ауылдарынан килгән командалар араһыда ярыштар үтте.

Ҡышҡы осорҙа Үтәғолова Нурзия Әширәф ҡыҙы тарафынан үткәрелгән һауыҡтырыу гимнастикаһы дәрестәрендә бик күп ҡатын-ҡыҙҙар һаулыҡтарын нығыттылар.

Былтыр район буйынса “Алтын ҡомартҡы” сараһы бөтә ауылдар буйлап үткәрелеп сыҡты. Күсей ауылынан Баймөхәмәтовтар һәм Замановтар аралары сығыш яһаны һәм айырым номинация менән баһаланды, был сараны үткәреүгә ауыл китапханасыһы Флюзә Ғәлинур ҡыҙы, музей етәксеһе Гүзәл Ирмәк ҡыҙы һәм ауыл старостаһы Хафиз Ирмәк улы ҙур көс һалды..

Район буйынса ҡатын-ҡыҙҙар советтары араһында бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашыу нигеҙендә осрашыуҙар үтте. Күсей ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы Ишмырҙаға барҙылар, Ишмырҙалар Күсей ауылына килеп ҡайттылар

Һәр йылдағыса ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре әүҙем барҙы.

— К1сей ауылында я8ы 7ыйлы7 т060лд0.

-Ҡатын-ҡыҙҙар советы тарафынан Төпкөл ҡоҙоғо тәртипкә килтерелде;

— Күсей, Иҫәнбәт аулдарында яңы ҡыйлыҡҡа траншея ҡаҙылды;

— Иҫәнбәт  ауылы урамдарына, Күсей ауылының Баймырҙина урамына, Басай ауылының Ирәндек урамына шәхси тракторҙар ярҙамында ҡом түшәлде;

— Күсей ҡыйлығы өйөлдө;

— Күсей ауылының иҫке ҡыйлығын, Басай ауылының ҡыйлығын ҡул менән таҙартыуға өмә яһалды;

— Иҫәнбәт ауылының иҫке ҡыйлығы һүтеп алынды;

— Бөтә ауылдарҙың да обелискыларына косметик ремонт үткәрелде;

— Уҡыусылар ярҙамында Ташкисеү йылғаһы таҙартылды;

— Иҫәнбәт, Басай ауылдары өсөн балалар майҙансыгы инвентарҙары эшләнде (яҙғыһын урынлаштырабыҙ);

— Тоҡтағол ауылы аркаһы яңы яҙыу менән алыштырылды;

Һәр кесеаҙна учреждение хеҙмәткәрҙәре үҙ биләмәләрен ҡыйҙан таҙартылар, юл ситен таҙартыу буйынса өмәләргә сыҡтылар. Шулай уҡ өй алдарын өс ауылда ла халыҡ тәртиптә тотто.

“Аныҡ эштәр” проекты нигеҙҙәрендә 2016 йылда 3 мәктәпкә 100 меңлек спорт инвентарҙары алынды.

Боҙ ҡаласығы төҙөүҙә Иҫәнбәт, Күсей ауылы депутаттары, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, халыҡ әүҙем ҡатнашты, һәм тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне, район буйынса 1-се урынға сыҡтыҡ.

Былтырғы йылда 10 ға яҡын янғын осраҡтары теркәлде, күбеһенсә үлән янды, бер нисә тапҡыр Ирәндек тауы янып китә яҙҙы. Ауыл старосталары, айырым депутаттар, Латыпов М21лит, Гибадуллин Айту4ан, Баймухаметов Хафиз бер ту4ан 7устылары мен2н Иҫәнбәт ауылы халҡы ҙур әүҙемлек күрһәттеләр,һеҙгә барығыҙға ла ҙур рәхмәт!

Ауыл биләмәһенең демографик, хәленә килгәндә 2015 йылда 15 кеше тыуып, 8 кеше үлһә, 2016 йылда 11 кеше тыуған, 9 кеше улгән.

Күсей ауылы биләмәһе Советының ултырыштары планға ярашлы үтеп торҙо, бөтәһе 47 ҡарар ҡабул ителде. Ауыл хакимиәтенә төрлө һорауҙар менән 127 мөрәжәғәт теркәлде, барыһына ла яуап бирелде.Совет улытырыштарында депутаттар, старосталар, имам-хатибтар, етәкселәр актив ҡатнаштылар, уҙҙәренең тәҡдимдәрен индерҙеләр. Бер йыллыҡ эш һөҙөмтәләре буйынса иң актив староста тип Баймөхәмәтов Хафиз Ирмәк улын билдәләп китер инем-бер эштәндә ситтә ҡалғаны юҡ. Депутаттарҙан Исрафилов Хөрмәт Өммәт улын, Буляканов Тимерғәле Миңлеғәле улын, Надыршин Әхтәр Әхмийән улын, Игибаев Фаиль Зәкир улын билдәләр инем.Әммә улар араһында иң актив депутат Игебаев Фаил Зәкир улы, йыл буйына үткән өмәләрҙә иң күп халыҡ уның округынан сыға, халыҡ менән эшләй белә. Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса Фаиль Зәкир улына район буйынса “иң шәп көтөүсе” исеме бирелде.  Баймөхәмәтов Хафиз Ирмәк улы  Иң шәп староста исеменә лайыҡ булды, Йосопов Илдар Зайнулла улы якшы имам-хатиб исемен алды.

Ҡатын-ҡыҙҙар Советтарының эшен баһалағанда Күсей ауылы ҡатын-ҡыҙҙар Советын айырып әйтер инем, бар эштә лә актив ҡатнашалар-уларға ҙур рәхмәт!

Спирт һатыусылар менән даими көрәш алып барабыҙ. Участка инспекторы менән  3 ауылда ла рейд та йөрөнөк, ҡатын-ҡыҙҙар Советы менән ураған һайын йөрөп торабыҙ. Бөгөнгө көндә спирт һатыу менән үҙҙәре эскән кешеләр булыша. Полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан йыл буйына 5 мәртәбә спирт һатыусыларға ҡарата штраф һалынды. Ҡоролтайҙа административ комиссияларҙы урындағы Хакимиәттәргә кире ҡайтарыу тураһында законға үҙгәреш индерелеүен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Көн дә штраф ала башлаһалар һатыуҙан тыйылырҙар ине моғайын.

Проблемаларға килгәндә: күп урындарҙағы кеүек  эскелек проблемаһы, эшһеҙлек, һыйыр көтөүҙәре булмау, эшһеҙ кешеләр күп, әммә көтөү көтөргә теләуселәр юҡ. Йыл һайын әйтеп киләбеҙ, малығыҙ юғала икән, көтөү булмағанға-уҙегеҙ яуап бирәһегеҙ тип, әммә ҡолаҡ  һалмайбыҙ..

Мәктәптәрҙә балалар һаны кәмей, йылына мәктәпкә 1-2 бала ғына 1-се классҡа килә, былай барһа 1-2 йылдан башланғыс мәктәп тә калмаясаҡ.

Ауылдарҙа эшҡыуырлыҡ менән булышыусылар бөтөнләй юҡ тип әйтерлек-бик әҙ. Был етешһеҙлек юлдарҙың булмауына бәйлелер моғайын, аллаға шөкөр юл төҙөү эше башланды, уны йәһәтләтеү буйынса бар тырышлыҡты һалырбыҙ.

Биләмәлә эшҡыуарлыҡ үҫешмәгәс, ауыл хакимиәтенә бер ерҙән да килем инмәй, бар төҙөкләндереү эштәрен республика бюджетынан бүленгән 500 меңгә башҡарабыҙ. Былтырғы йылда бүленгән аҡсаға түбәнге эштәр эшләнде:

— юлдарҙы таҙартыуға-60 мең;

— Күсей ауылының яңы ҡыйлығын төҙөүгә 70 мең;

— Күсей ауылына юл хәүефһеҙлеге өсөн знактар алыуға-80 мең;

— Төпкөл ҡоҙоғон ремонтлауға-12 мең;

— Күсей ауылы ҡыйлығын эттереүгә – 12 мең;

— Иҫәнбәт, Басай ауылдары өсөн ҡыйлыҡ кәртәләүгә сеткалар, торбалар алыу өсөн – 70 мең;

— Иҫәнбәт, Басай ауылдарына балалар майҙансығы өсөн материалдар алыуға – 67 мең;

— Бульдозерҙы юнәтергә запчастар алыу өсөн – 30 мең;

— Басай мәктәбен ремонтлауға краскалар алыу өсөн – 8 мең;

— Басай клубына баян алыуға – 3 мең;

— Округтар концерттары өсөн бүләкләүҙәргә – 14 мең;

— Һабантуй үткәреү өсөн – 20 мең;

— Баймурзина , С. Юлаев, Ғәлләмов, Ирәндек урамдарын грейдировкалауға    – 8 мең.

Быйылғы йылда республика бюджетынан бүленгән аҡсаны урамдарҙы яҡтырыу өсөн, урамдарҙың, өйҙәрҙең исемдәрен, һандарын алыштырыуға, Басай ауылы күперенә ремонт үткәреүгә, ҡоҙоҡтарҙы кәртәләүгә, Сыуашбай йылғаһы аша баҫма һалыуға, Басай, Иҫәнбәт ауылдары өсөн янғын һүндереү өсөн тағылмалар алыу өсөн тотонорға ниәтләйбеҙ.

2017 йыл экология йылы тип билдәләнде, яңы тыуған йылда беҙҙе ҙур эштәр көтә.

Хөрмәтле депутаттар, саҡырылғандар!

Был йылды ла берҙәм көс менән, бергәләп иҫәнлектә, һаулыҡта халыҡ мәнфәғәтен яҡлап үткәрәйек, һау булайык!

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

 

 

About The Author