Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Таһир улы Миңлеғоловkа – 95.

1279 0

Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Таһир улы Миңлеғоловkа – 95.

20 май көнө Күсей ауылында Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Таһир улы Миңлеғоловтың тыуыуына 95 йыллыҡты киң билдәләп үттеләр. Байрамды ауыл хакимиәте, мәктәп, клуб коллективтары һәм геройҙың туғандары әҙерләнеләр. Ҡунаҡтар араһында районда билдәле шәхестәр, геройҙың туғандары: Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ветеран уҡытыусы, һәүәҫкәр рәссам Миҙхәт Әсфәндиәр улы Байрамғолов,  Баймаҡ районының һәм ҡалаһының Почетлы гражданины, Башҡортостан Республикаһының Почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе Әмир Зәкир улы Сәйғәфәров, Республика перинаталь үҙәгенең баш табибы Фирғәт Миҙәхәт улы Байрамғолов, Баймаҡ ростехнадзоры начальнигы Булат Миҙхәт улы Байрамғолов, мәғариф ветераны, әүҙем йәмәғәтсе Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы Әхмәтова, район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Римма Хөснөлхаҡ ҡыҙы Игебаева, шулай уҡ Әбйәлил районы Хәлил ауыл хакимиәте делегацияһы, Баймаҡ районы мөхтәсибәте баш имам-хатибы Хафизов Хәмзә хәҙрәт етәкселегендә районыбыҙ ауылдарынан 20-гә яҡын имам – хатиптар, ситтә йәшәүсе туғандары,  ауылдаштарыбыҙ ҡатнашты.

Был ҙур  байрам Геройҙың бюсына венок һалыуҙан һәм  Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм  һуғыштан һуң вафат булған ветерандар, Тәфтизан Миңлеғолов хөрмәтенә Хәмзә хәҙрәттең аят бағышлауынан башланып китте. Байрамдың иң сағыу өлөшө булып аттар сабышы торғандыр. Күсейгә күрше ятҡан Әбйәлил һәм Баймаҡ районы ауылдарынан 20-нән ашыу ат ике йәш төркөмөндә ярыштылар. Был ярышты Күсейҙең ат

йәнле  егете, Тәфтизан Миңлеғоловтың ейәне Урал Игебаев ойошторҙо. Йәш аттар араһында тәүге 3 урынды Мәхмүт, Күгиҙел ауылдарынан килгән аттар (меңгеселәре Назар Таһиров. Денис Нарынбаев, Инфат Фиранов) алһа, өлкән аттар араһында Әлмөхәмәт МТС-ы, Иҫәнбәт, Күсей аттары (Артур Әбүбәкиров, Ғәзим Исрафилов, Урал Игебаев) бүлеште. Ат сабышы спонсорҙары булып ауыл хакимиәте, районмосолмандары  мөхтәсибәте, Бибинур һәм Ғиниәт Игебаевтар ғаиләһе сығыш яһаны. Сәриә Рәшит ҡыҙы һәм Хәмзә хәҙрәт бөтә ҡатнашыусыларға ла спонсорҙар исеменән ҡиммәтле бүләктәр, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырып киттеләр.

Байрамдың тантаналы өлөшө ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Ауыл хакимиәте башлығы Сәриә Рәшит ҡыҙы Йыһаншина ҡунаҡтарға биләмәләге ауылдарҙың тормошо, киләсәккә пландар менән таныштырып китте. Күсей мәктәбе коллективы тарафынан әҙерләнгән байрамдың тантаналы өлөшөн башҡорт теле уҡытыусыһы Илүзә Мөхәмәт ҡыҙы Латыпова бик матур итеп алып барҙы, ҡунаҡтарҙың сығыштары мәктәп коллективының, уҡыусыларҙың,  ҡунаҡтарҙың концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Басай ауылында йәшәүсе Тәфтизан Миңлеғоловтың бер туған һеңлеһе Гөлниса апайҙың ҡыҙы Зөлфиә Йосопова  үҙҙәренең шәжәрәһе менән таныштырыуы бөтәһендә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Барлыҡ Миңлеғоловтар, Әхмәтовтар, Игебаевтар, Әбдрәхимовтар, Ноғомановтар, Хөснитдиновтар, Абдуллиндар, Байрамғоловтар үҙ-ара туған булыуына инандылар. Байрамда шулай уҡ халыҡ шағиры, ауылдашыбыҙ Абдулхаҡ ағай Игебаевтың 1985 йылда Башғортостан телевидениеһы әҙерләп төшөрөлгән Тәфтизан Миңлеғолов тураһындағы тапшырыуы күрһәтелеүе лә бик әһәмиәтле булды. Миҙхәт Әсфәндиәр улы бүләккә Геройҙың портретын эшләп алып килгән ине, уны улы Фирғәт мәктәптең музейына тапшырҙы. Әбйәлил ҡунаҡтары, мәғариф ветераны Нәйлә Шәйхислам ҡыҙы Күсәрбаева, ауыл хужалығы ветераны, Советтар Союзы Геройы Рәүеф Әбделғәни улы Дәүләтовтың ейәне Руслан Әхәт улы Дәүләтов үҙҙәренең 1985 йылда район делегацияһы составында Белоруссияға барып геройҙарҙың ҡәберенә туған тупраҡ һалыуҙары, унда алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты, ауыл хакимиәте, мәктәп коллективтарына, Күсей халҡына оло рәхмәттәрен еткерҙеләр, уңыштар теләнеләр. Хәлил ауыл хакимиәте башлығы Айбулат Баҡый улы Хәйбуллин өҫтәп Күсейҙәрҙе июль айында үтәсәк Һаумыһығыҙ ауылдаштар байрамында Геройҙың бюсын яңынан асыу тантанаһына  саҡырҙы. Сығыш яһаусы Ә.З.Сәйғәфәров Тәфтизан Миңлеғолов тураһында иҫтәлектәре, К.Ә.Әхмәтова, Хәмзә хәҙрәт Хафизов был байрамдың үҫеп килеүсе быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләнеләр, ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙеләр. Байрам мәктәп ашханаһында  Күсей мәсете имамы Ғиниәт ағай Игебаев ғаиләһе һәм туғандары  әҙерләгән ҡорбан ашы ашау менән тамамланды.

About The Author